Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Нур» театры онкология сирле балаларға ярҙам итә

Йәмғиәт

19 апрелдә Өфө “Нур” дәүләт татар театрында онкология сирле балаларға ярҙамға «Яратам һине, тормош!» хәйриә концерты үткәрелә. Диана Сиражитдинова ойошторған «Жар-птица» онкосирле һәм һәләтле балаларға ярҙам итеү йәмәғәт фонды – уның төп инициаторы.  

«Башинформ» агентлығына  «Нур» театрының матбуғат секретаре Гөлнур Усманованың хәбәр итеүенсә, концерттан килгән бар аҡса хәйриә ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, Дарья Демидоваға, Ләлә Мирхәйҙәроваға, Роман Атаевҡа матди ярҙам күрһәтеләсәк.

Театр хеҙмәткәре әйтеүенсә, мәрхәмәтлек концерты программаһында “Нур”ҙың иң яҡшы актерҙары – Гөлназ Биктимерова, Вилдан Мисбахов, Лина Ғәниева, Руслан Хисаметдинов һәм башҡалар ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть