10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2010 йыл, 15:17

Йәштәр театры гастролдәр менән Һамарға бара

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры гастролдәр менән Һамарға юллана. Унда Һамар «Самарт» йәш тамашасы театры сәхнәһендә  башҡорт артистары Гейл Корнелиссондың «Золушка»һын, Анатолий Приставкиндың «Ночевала тучка золотая» һәм татар драматургы Туфан Миңнуллиндың «Йән киҫәккәйем» (башҡорт телендә) спектаклдәрен күрһәтә.

Спектаклдәр 18-нән 20 апрелгә тиклем барасаҡ.

Өҫтәп үтәйек, Милли йәштәр театрында параллель рәүештә ике яңы спектаклдең репетициялары бара. Башҡорт труппаһы «Ун икенсе төн» спектаклен (Уильям Шекспир буйынса) әҙерләй, премьераһы 18, 19 майға билдәләнгән. Рус труппаһы «Отель двух миров»  әҫәре өҫтөндә эш алып бара (Эрик-Эммануэль Шмит буйынса). Тамашасы уны киләһе миҙгелдә генә ҡарай аласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Йәштәр театрының матбуғат хеҙмәте.