5 декабрь, Дүшәмбе

16 апрель 2010 йыл, 14:51

Өфөнөң «Салауат Юлаев»ын рәнйетеүселәргә ифрат ҙур гонорар вәғәҙә ителгән

автор: Дмитрий Слезин

Ҡазандың «Ак Барс» клубы етәкселеге үҙенең уйынсыларына Гагарин Кубогының финалында еңгән осраҡта мул бүләк вәғәҙәләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡазан клубы — ғәмәлдәге чемпион һәм был трофейҙың хужаһы.

Быйылғы «йыһан» Кубогын яулауҙа уңыш йылмайһа, Ҡазан клубының һәр хоккейсыһының 12 миллион һум күләмендә премия алыуы ихтимал. Был турала «Время новостей» баҫмаһы хәбәр итә. Ә бына Эске эштәр министрлығы хоккей клубының финанс мөмкинлектәре ҙур түгел  – «милиционерҙарҙың» һәр уйынсыһының 1,5 миллион һум күләмендә премия алыуы бар.

Бынан алда «барыҫтар», ярымфиналда быйылғы даими чемпионат еңеүсеһен  — Өфөнөң  «Салауат Юлаев» суперклубын туҡтатып, чемпионлыҡты яҡлауға тәүге аҙымын яһаны –Балашихала финал серияһының тәүге драматик матчында Эске эштәр министрлығы хоккей клубы еңелеүен танырға мәжбүр булды – 2:3.