10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2010 йыл, 13:52

Башҡортостан газды транспортлаусыларының хеҙмәт шарттары хәүефһеҙ һәм уңайлы

автор: Юлай Мәғсүмов

Хеҙмәт һаҡлау торошона, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлегенә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте айырым иғтибар бүлә.  

«Башинформ» агентлығына предприятиеның йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Йәмғиәттә төп принцибы «Алдан күрә белергә һәм идара итергә» кеүек яңғыраған  хәүеф менән идара итеү концепцияһы әүҙем тормошҡа ашырыла.  

Хеҙмәт һаҡлау һәм ҡулай шарттар булдырыу был концепцияның мөһим йүнәлештәренең береһе иҫәпләнә. 2005 йылдан алып 2009 йылға тиклемге осорҙа был маҡсатҡа  474 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән, ул, үҙ сиратында, файҙаланған объекттарҙы производство хәүефһеҙлеге һәм эстетика талаптарына яуап бирерлек кимәлгә еткерергә, өҫтәмә индивидуаль һаҡ саралары һатып алырға, хеҙмәт һаҡлау буйынса кабинеттарҙы йыһазландырырға мөмкинлек биргән.

Сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – газ транспортлаусы предприятие эшмәкәрлегенең йәнә бер йүнәлеше. Хәүеф менән идара итеү концепцияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2005-2009 йылдарҙа сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса төп сараларҙы үткәреүгә 527 миллион һум бүленгән: заманса янғын һүндереү ҡулайламалары ҡуйылған, 3 янғын депоһы төҙөлгән, янғын һүндереү машиналары паркы яңыртылған.

Хәүефһеҙ һәм уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыуға етди иғтибар «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә газды транспортлауҙы һәм уны республиканың сәнәғәт предприятиеларына еткереүҙе уңышлы һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә.