8 декабрь, Кесе йома

16 апрель 2010 йыл, 13:23

Нефтекаманың «Торос»ы «алтын» табырға Себергә юллана

автор: Дмитрий Слезин

Ошо арала Пермдең «Молот-Прикамье»һын өс алыш суммаһы буйынса отоп, Рәсәй юғары лигаһының плей-офф финал серияһында уйнарға хоҡуҡ яулаған «Торос» Нефтекама хоккей клубы хәл иткес уйындарҙа осрашасаҡ көрәштәше исемен белде.  

Көн элгәре Ханты-Мансиҙың «Югра»һы Пензала урындағы «Дизелист»ан овертаймда еңеүҙе тартып алды – 2:1. Төньяҡ хоккейсылары серияла еңеп сыҡты – 3:1 һәм хәҙер юғары лиганың «алтын»ы өсөн Нефтекаманың «Торосы» менән алышҡа сыға.

Финал серияһы, шулай уҡ өс еңеүгә тиклем, Нефтекамала 22 һәм 23 апрелдәге матчтар менән старт ала. 26-27 апрелгә Ханты-Манси ҡалаһына барыу планлаштырылған.