10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2010 йыл, 13:06

Башҡортостан пауэрлифтерҙары тағы республиканың баш ҡалаһында йыйыла

автор: Дмитрий Слезин

16-18 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә  ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында пауэрлифтинг буйынса БР чемпионаты үтә.

Унда республиканың төрлө ҡала һәм ауылдарынан  йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнаша.  

Шәхси урындар турнирҙа өс күнегеү суммаһында күтәрелгән иң ҙур ауырлыҡ буйынса билдәләнә.

Ә команда һөҙөмтәләре алған урындарына ярашлы бер команданың иң яҡшы алты ҡатнашыусыһы йыйған мәрәйҙәр суммаһы буйынса асыҡланасаҡ.