Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө йәштәре эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ынтыла

Иҡтисад

«Буласаҡ эшҡыуар» проекты сиктәрендә Өфөлә  «Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы. Коммерция күсемһеҙ милке» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Унда эш асыу өсөн дәүләт субсидиялары алыу (старт-ап)  мәсьәләләре тикшерелде һәм коммерция милке менән бәйле проблемалар күтәрелде.  

Сарала Өфөнөң Муниципаль милек менән идара итеү комитеты, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды, күсемһеҙ милек агентлыҡтары, йәш эшҡыуарҙар һәм урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.  

«Башинформ» агентлығына түңәрәк өҫтәлдең координаторы Эллина Гәрәйеваның хәбәр итеүенсә, «Буласаҡ эшҡыуар» проекты  популярлыҡ яулай.

— Проектты уҙған йылда Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте әҙерләне, — ти Гәрәйева. – Әлеге мәлдә 20 кеше ҡатнаша. Даими тренингылар һәм семинарҙар ойошторабыҙ, унда ҡатнашыусылар билдәле эшҡыуарҙар менән аралаша, үҙ эшеңде алып барыуҙың һәм дәүләт структуралары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең байтаҡ нюанстары менән таныша ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын ҡунаҡтарға биреү мөмкинлеге лә бар.

Әгәр элек бындай саралар баш ҡаланың Орджоникидзе районы халҡы өсөн ойошторолһа, хәҙер аудитория киңәйә.  Проект йомғаҡтары буйынса буласаҡ эшҡыуарҙар үҙҙәрен бизнес-идеяларын тәҡдим итәсәк.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть