6 декабрь, Шишәмбе

16 апрель 2010 йыл, 12:33

Раил Сарбаев: Башҡортостан Сирия менән иҡтисади хеҙмәттәшлеккә асыҡ

автор: БР Хөкүмәтенең мабуғат хеҙмәте

Хөкүмәт Премьер-министры етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Сирия Ғәрәп Республикаһына визиты тамамланды. Визит сиктәрендә Сирия Ғәрәп Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Сергей Кирпиченко менән осрашыуҙар, Сирия Ғәрәп Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Абдулла Дардари, Сирия дәүләт нефть Корпорацияһының генераль директоры Али Аббас, Сирия нефть компанияһының генераль директоры Омар Хамад менән һөйләшеүҙәр үтте.

Раил Сарбаев Абдулла Дардари менән әңгәмәлә Башҡортостандың интеллектуаль, технологик потенциалы беҙҙең республика территорияһында ла, Сирия Ғәрәп Республикаһы территорияһында ла берлектәге предприятиелар ойошторорға мөмкинлек биреүен билдәләне. Башҡортостан – инвестициялар өсөн уңайлы һәм ышаныслы төбәк. Был өлкәлә республика рейтингы дөйөм алғанда ил рейтингына ҡарағанда күпкә юғары. Бынан тыш, әңгәмәлә Сирия Ғәрәп Республикаһының вице-премьеры Сирия сәнәғәтен модернизациялауҙа Башҡортостан тәжрибәһен уңышлы ҡулланыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бигерәк тә нефть эшкәртеү һәм энергетика өлкәһендә.

“Уралтехнострой” корпорацияһы Сирияға ла килеп еткән һәм унда үҙенең  производствоһын ойошторған. Өфө компанияһы тәүге тендерҙа еңеп сыҡҡан һәм Сирия нефть компанияһы менән Сирия Ғәрәп Республикаһының төньяҡ провинцияларында Телл-Аддас ятҡылығын реконструкциялауға контракт төҙөгән. Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы визиты дауамында контракттың презентацияһы үтте. Сиратта – 130 миллион АҠШ доллары менән баһаланған икенсе тендер.

«Ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа яҡындан аралашыу – уңыштың яртыһы», — тип иҫәпләй инвестиция өлкәһе белгестәре.