3 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2010 йыл, 12:06

Өфөнөң лимонарийында банандар өлгөрә

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Ике-өс айҙан банандың тәүге уңышын алырға ниәтләй Өфө лимонарийы белгестәре. Был үҫемлектең емештәре ҙур түгел, бер бармаҡ үлсәмендә.  Агентлыҡ хәбәрсеһенә экскурсиялар ойоштороусы Розалия Хәйруллинаның һөйләүенсә, өс йыл элек лимонарийға япон кәрлә бананының бик һирәк осраусы төрөн бүләк иткәндәр.  Был үҫемлек ҙур емеш суҡтары булған ғәҙәти пальмаға бөтөнләй оҡшамаған. Яңы төр ҙур булмаған ҡыуаҡты хәтерләтә, ә белгестәр уны бөтөнләй үлән тип йөрөтә.  

Кәрлә банан үҙ ғүмерендә бер тапҡыр сәскә ата, һәм емештәре өлгөргәс, һәләк була. Банандың сәскә атыуына һоҡланып ҡарайһың, шул уҡ мәлдә экзотик үҫемлектән бер ҙә айырылғы килмәй. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре тороп ҡалған тамырынан артабан яңы үҫемлек үҫтереп алырға ниәтләй.

Лимонарий әлеге ваҡытта сәскәгә төрөлгән баҡсаға оҡшаш. Алһыу һәм аҡ олеандр сәскә менән ҡапланған. Кофе ағасы, лимондар, фей-хоа сәскә атырға ултыра. Инжир емешкә тумалған. Хеҙмәткәрҙәр ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында экзотик емештәрҙең өлгөрөү серҙәрен асырға әҙер.  Лимонарийға экскурсия бигерәк тә мәктәп уҡыусыларына ҡыҙыҡлы буласаҡ. Энциклопедия иллюстрацияларынан ҡарағансы, үҫемлектәрҙе яҡындан, ҡул менән тотоп ҡарап өйрәнеү күпкә отошлораҡ бит.