4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2010 йыл, 11:45

Бөгөн Башҡортостанда икенсегә удмурт һылыуҙарының «Чемберина» конкурсы үтә

автор: Николай Ермоленко

Бөгөн Яңауыл районының Шудек ауылы мәҙәниәт йортонда икенсегә Башҡортостандың удмурт һылыуҙарының «Чемберина» конкурсы үтә. Тәүге тапҡыр ул ике йыл элек ойошторолдо һәм 20 йәшлек Лиана Миңлемөхәмәтоваға еңеү алып килде. Яңы конкурстың гран-прийы һәм бүләктәренә айырым номинацияларҙа удмурт милләтенән булған 11 сибәр ҡыҙ дәғүә итә: бишәүһе Яңауыл районынан, өсәүһеТәтешленән, икәүһе Ҡалтасынан һәм йәнә бер һылыу Нефтекаманан. Ҡатнашыусыларға  15 — 22 йәш. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм эшләп йөрөүселәр ҙә бар.

Ҡыҙҙарға йөҙ-ҡиәфәтен генә  түгел, эске матурлығын да күрһәтергә мөмкинлек биргән биш конкурста ҡатнашырға тура киләсәк. Тәүге һынау – визитка. Икенсеһе — өйгә эш – милли аш-һыу. Уны әҙерләүҙән тыш, матур итеп бирә белергә лә кәрәк.  Өсөнсө һынау ҙа алдағыһына оҡшаш – милли костюм конкурсы, удмурт милли костюмын кейеп күрһәтеү менән бергә, уны ниндәй осраҡтарҙа кейеү кәрәклеге хаҡында бәйән итеү мотлаҡ. Интеллектуаль конкурс –удмурт йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белеү. Һынауҙарҙың йомғаҡлау этабы «минең һәләттәрем» тип атала һәм һылыуҡайҙарға һайлау мөмкинлеге бирә: улар йырлай, бейей, шиғыр һөйләй ала.

Һылыуҙарҙан иң һылыуҙы компетентлы һәм объектив жюри билдәләй, баһалама ағзалары иҫәбендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Башҡортостан удмурттарының тарихи-мәҙәни үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте, шулай уҡ Удмуртия Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкилдәре бар.  

Конкурс  сәғәт 15-00-дә башлана.

темалар: милли сәйәсәт