10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2010 йыл, 11:20

Йыл башынан алып Башҡортостанда 69 меңдән ашыу ғаилә торлаҡҡа субсидиялар алған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә аҡса формаһында дәүләттән бушлай бирелгән субсидиялар — халыҡҡа мөһим социаль ярҙам сараларының береһе.

Республика субсидиялар үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә,, йыл башынан алып Башҡортостанда был субсидияны 69108 ғаилә алған.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәткә түләүҙәр дөйөм ғаилә килеменең 22 процентынан артҡан осраҡта, ғаиләнең матди ярҙамға хоҡуғы бар.

Субсидия күләме һәр ғаилә өсөн айырым иҫәпләп сығарыла һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләнгән сумманан артыҡ булырға тейеш түгел. Субсидия 6 айға билдәләнә.

Торлаҡ йортҡа һәм коммуналь хеҙмәткә түләүҙәргә бурыстар булмағанда йәки уларҙы тәғәйен ваҡытта башҡарыу тураһында килешеү төҙөлгән осраҡта ғына субсидиялар билдәләнә.

Ентекле мәғлүмәтте республика район һәм ҡалаларының субсидия хеҙмәтендә алырға мөмкин. Республика субсидиялар үҙәге түбәндә күрһәтелгән адрес буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 23/1. Телефондары — 223-68-44, 223-53-10.