Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡтың «Сода»һында яңы технология циклы сафҡа инде

Сәйәсәт

Стәрлетамаҡ буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен ҡараны. Республика башлығын етештереү процестары менән таныштырҙылар.  Уҙған йылда  предприятие үҫеше программаһы сиктәрендә ике цехта модернизациялау үткәрелгән. Кальцийлы сода  производствоһында Францияла етештерелгән заманса таҫмалы фильтрҙар барлыҡҡа килгән. Яңы ҡорамал менән заманында Германия демократик республикаһында һәм Советтар Союзында етештерелгән иҫке барабанлы вакуум-фильтрҙар алмаштырылған.

Хлоридтар 0,15 проценттан артмаған кальцийлы сода алыу таҫмалы вакуум-фильтрҙарҙың төп маҡсаты.  Был продукт, стандарт кальцийлы сода менән сағыштырғанда, конкурент өҫтөнлөктәргә эйә. Төркиә һәм АҠШ-та етештерелгән хлориды аҙ булған тәбиғи кальцийлы соданың Рәсәй баҙарына ҡайтарылыуы арҡаһында был фактор айырыуса мөһим.

Таҫмалы  фильтрҙарҙы сафҡа индергәс, фильтрация процестары күрһәткестәре тағы ла яҡшыра төшә. Ошоноң иҫәбенә соданың үҙҡимәте лә түбәнәйә.  

Таҫмалы фильтрҙарҙы ярты йыл буйы туҡтауһыҙ эшләтеү уларҙы хеҙмәтләндереүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, таҫмалы фильтрҙарҙы файҙаланғанда сығым нормаларының түбәнәйеүе тәбиғәткә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы экологик хәлгә техноген йоғонтоно кәметә. Яңы производствоны ғәмәлгә индереүҙән алынған иҡтисади һөҙөмтә йылына 52 миллион һумдан аша.  

Республика Президенты шулай уҡ «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Мортаза Рәхимов производстволағы хеҙмәт шарттары, эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре эш өсөн яҡшы шарттар булдырылыуын, уңайлы хеҙмәт графигы төҙөлөүен билдәләне.

Ошо уҡ көндө Башҡортостан Президенты «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрҙе, унда предприятиены артабан үҫтереү һәм уның сәнәғәт үҫеше перспективалары хаҡында һүҙ барҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть