10 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2010 йыл, 9:46

Өфөлә башҡорт-болгар дуҫлығы йәмғиәтенең мәҙәни үҙәге асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | автор фотоһы

Кисә Өфөлә «Башҡортостан – Болгария халыҡтары дуҫлығы» йәмғиәтенең мәҙәни үҙеген асыу тантанаһы үтте. Был сараны билдәләргә йәмғиәт вәкилдәре, улар менән хеҙмәттәшлек итеүсе рәссамдар, Болгарияның Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алыусы студенттары, шулай уҡ Өфөгә килгән йәш ғалимә Антуанетта Сериани килде.

— Беҙҙең ойошма тарихы сағыштырмаса яңы, — ти «Башҡортостан – Болгария халыҡтары дуҫлығы» йәмғиәте рәйесе Ярослав Шредер. – Бындай ойошма совет осоронда ла бар ине. Ләкин СССР тарҡалғас, ул эшләүҙән туҡтаны. –Башҡорт-болгар дуҫлығы йәмғиәтен тергеҙеү идеяһы яҡынса бер йыл элек тыуҙы. Һәм шунда уҡ Рәсәйҙәге Болгария илселеге менән «Славяндар» фонды башлығы, болгар профессоры Захарий Захарьевта яҡлау таптыҡ.

Бер нисә айҙан һуң башҡорт-болгар дуҫлығы йәмғиәте эш башланы. Ул үҙе тирәләй студенттарҙы, балаларҙы, Болгариянан килгән ҡунаҡтарҙы һәм башҡорт – болгар мөнәсәбәттәре үҫеше менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе берләштерҙе.  

— Беҙҙең үҙәк Өфөлә уҡыған һәм эшләгән болгар дуҫтарыбыҙ өсөн бәләкәй ватанына әйләнер, тип ышанабыҙ,  — тип һөйләй «Башҡортостан – Болгария халыҡтары дуҫлығы» йәмғиәтенең башҡарма директоры Татьяна Коробова. – Һәм хатта, осрашыуҙарға күпләп кеше йыйылмаһа ла, һәр кем бында үҙен өйҙәге кеүек тойһон өсөн матур атмосфера тыуҙырыу мөһим. Мәҙәни үҙәкте беҙ һәр төрлө күргәҙмәләр, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса осрашыуҙар, музыкаль кисәләр, лекциялар, конкурстар, болгар фильмдарын ҡарау һәм башҡа төрлө мәҙәни саралар үткәреү өсөн файҙаланырға ниәтләйбеҙ.

Бөгөндән үк үҙәктә ике күргәҙмәнең экспозициялары менән танышырға мөмкин. Был Ринат Мөхәмәтовтың республикала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли костюмдарында уникаль ҡурсаҡтар коллекцияһы, шулай уҡ  «Многоцветие» изостудияһында шөғөлләнеүсе балалар һүрәттәре.

«Башҡортостан – Болгария халыҡтары дуҫлығы» Урал һәм Балкандар араһындағы бәйләнеште туризм өлкәһендә лә әүҙем үҫтерергә ниәтләй. Мәҫәлән, Өфө – Бургас халыҡ-ара авиарейсы индерелде, һәм Өфө халҡы хәҙер Болгарияға баш ҡалабыҙҙан тура оса ала. Бындай тәүге осош 6 июндә көтөлә. Ойоштороусылар был рейстың тәүге пассажирҙарына визаны бушлай әҙерләү кеүек бүләк әҙерләгән.

—Бургасҡа һәм унан кирегә осоштар һәр 12 көн һайын башҡарыласаҡ, — ти Татьяна Коробова. – Беренсе рейс менән беҙ «Динамо» спорткомплексында шөғөлләнеүсе балалар төркөмөн ялға ебәрергә ниәтләйбеҙ.  

Яҡын киләсәктә башҡорт-болгар дуҫлығы йәмғиәте бихисап мәҙәни саралар үткәреүҙе планлаштыра.

— Әлеге ваҡытта план менән Болгарияла йәшәүсе яҡташыбыҙ рәссам Неля Михневаның күргәҙмәһен ойоштороу ҡаралған,  — ти Татьяна Коробова. – Һабантуйҙар осоро яҡынлашып килгәнгә күрә, Болгария ерендә лә һабантуй үткәреп, йолаларыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙҙең мәҙәни үҙәктә студеттарҙың фотоһүрәттәренән күргәҙмә эшләргә, шулай уҡ яҡын арала үҙәк ойошторған төп сараларҙы яҡтыртыусы гәзит сығарырға ла ниәтләйбеҙ.

темалар: милли сәйәсәт