Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башкортостан Президентына «Тайга»ның нимәгә һәләтле булыуын күрһәттеләр

Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Бында уға «Тайга» ағас эшкәртеү ҡорамалының технологик мөмкинлектәрен күрһәттеләр.

Таҫма пилорама Новосибирскиҙа машиналар эшләү заводында етештерелә, ул бүрәнәләрҙе таҡта, брус, шпалдарға һәм башҡа төрлө материалдарға ярыу өсөн тәғәйенләнгән.

Станок ярайһы экономиялы, — тип билдәләй белгестәр. Минималь күләмдә бысҡы вағы менән ул сменаһына 10-12 кубометр таҡта етештерә ала.

Таҡта ярыу яйланмаһының уңышлы яҡтары иҫәбендә – сағыштырмаса юғары булмаған хаҡы (180 мең һум тирәһе), ышаныслы конструкциялы булыуы, ҡулланыуҙа ябайлығы, оҙаҡ көйләүҙе талап итмәй, йәнә компактлы ла. Үлсәмдәре  агрегатты һүтелгән килеш ябай микроавтобуста күсереп йөрөтөргә мөмкинлек бирә.  

Президент был продукцияға һорау булыу-булмауы тураһында ҡыҙыҡһынды. Уға унға яҡын таҡта ярыу агрегаты һатылыуы хаҡында әйттеләр.  Күп осраҡта уларҙы бәләкәй бизнес вәкилдәре алған.

«Башсельхозтехника» етәкселәре шулай уҡ республика башлығына алдағы сәсеү кампанияһына техниканың әҙер булыуын хаҡында ла хәбәр итте.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть