11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2010 йыл, 17:27

Урта махсус уҡыу йорттары яҙмышын Профсоюздар йортонда тикшерҙеләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Профсоюздар йортонда үткән БР Профсоюздар федерацияһы етәкселегенең республиканың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров менән осрашыуында урта профессиональ белем биреү федераль учреждениеларының артабанғы яҙмышы төп тема булып торҙо.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында илебеҙҙә юғары уҡыу йорттарына ҡушыу юлы менән ҡайһы бер урта махсус уҡыу йорттарын ҡайтанан ойоштороу процесы күҙәтелеүе тикшерелде. Республиканың профсоюз лидерҙары фекеренсә, бындай процесс күп урта профессиональ белем биреү учреждениелары юғары уҡыу йорттарының әҙерлек бүлектәренә әйләнеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә урта профессиональ белемле белгестәр әҙерләү буйынса дәүләт стандарттары боҙолоуы ихтимал.

Урта махсус уҡыу йорттарын юғары уҡыу йорттарына ҡушыуҙың төп хәүефлелеге, БР Профсоюздар федерацияһы етәкселеге фекеренсә, илебеҙҙә аҡрынлап урта махсус белем биреү системаһының тарҡалыу ихтималлығына ҡайтып ҡала. Ә илебеҙҙең бөтә ҙур предприятиелары бөгөн ошо уҡыу йорттарын тамамлаусыларға мохтаж бит.

Был осрашыу урта профессиональ белем биреүҙең бөгөнгө хәлен бергәләп тикшереү буйынса тәүге аҙымдарҙың береһе булды. Артабан был мәсьәләне БР Профсоюздар федерацияһы республика эш биреүселәр берләшмәләре, урта профессиональ белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар менән тикшерергә планлаштыра.

темалар: профсоюздар