10 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2010 йыл, 17:20

"Башсельхозтехника" “Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына Ростсельмаштың 65 тракторы” акцияһында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

9 апрелдән 31 майға тиклем  Башсельхозтехника дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, "Ростсельмаш" компанияһының рәсми дилеры, «Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына Ростсельмаштың 65 тракторы» акцияһын үткәрә.

Еңеүҙең юбилейына "Ростсельмаш" Рәсәйҙә йыйылған 375 ат көсөндәге Buhler VERSATILE (Бюлер Версатайл) канада тракторҙарының махсус серияһын махсус хаҡ – 5899 мең һум менән сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ғәҙәттә уның хаҡы 700 меңгә ҡыйбатыраҡ.  

— Башҡортостанда бындай ҡеүәтле, көслө энергиялы техника ҙур һорау менән файҙалана, — ти  «Башсельхозтехника»ның директор урынбаҫары Альфред Әхмәтов. – Беҙ яңы техника һатып алыуҙа ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ.

Ауыл хужалығы техникаһының хаҡын арзанайтыу тураһында мәғлүмәт муниципаль район етәкселегенә еткерелгән һәм «Башсельхозтехника»ның сайтында урынлаштырылған.

Юбилей серияһы тракторҙарын һатыуҙан килгән килемдең бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Buhler VERSATILE тракторҙары бар донъяла универсаллеге менән баһалана. Ул ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу технологиялары буйынса эштәргә лә, шулай уҡ ер эшкәртеүҙең традицион технологиялары өсөн дә тәғәйенләнгән.