11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2010 йыл, 16:28

Вакансиялар йәрминкәһендә эшкә 93 йүнәлтмә бирелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү йәрминкәһендә үткән вакансиялар йәрминкәһендә эшкә 93 йүнәлтмә бирелде. Бөгөнгө йәрминкә транспортҡа һәм элемтәгә арналды. 17 эш биреүсе үҙ предприятиелары өсөн хеҙмәткәрҙәр йыйҙы. Улар араһында УПАП-1, 1-се трамвай депоһы, Зорин исемендәге трамвай депоһы, «Зеленоглазое такси» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре бар ине.

Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, йәрминкәгә баш ҡалала йәшәүсе бөтәһе 600-ҙән ашыу кеше килгән. 153 кеше мәшғүллек хеҙмәте белгестәренән консультация алған. Киләһе вакансиялар йәрминкәһе 22 апрелдә үткәреләсәк һәм ул һаҡ предприятиелары өсөн персонал һайлауға арналасаҡ.