11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2010 йыл, 16:14

Һайлау комиссиялары ағзалары квалификацияһын күтәрҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Өфөнөң территориаль һайлау комиссиялары ағзаларына өҫтәмә белем тураһында документтар тапшырыу тантанаһы үтте. Йыйылыусыларҙы курсты уңышлы тамамлауҙары менән ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәзитов һәм БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин килде.  

— Был квалификацияны күтәреү курстарын ойошторғанда беҙ үҙ алдыбыҙға комиссияларыбыҙҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырырға тигән бурыс ҡуйҙыҡ, — тине Рәмил Мәзитов. — 2009 йылда һайлау закондарына етди үҙгәрештәр индерелде, тимәк, территориаль һайлау комиссиялары белгестәре был хаҡта белеү генә түгел, был нормаларҙы практикала оҫта ҡулланырға ла тейеш. Был курстар барышында коллегаларыбыҙ алған белем эштәрендә бик файҙалы булыр, тип уйлайым.

Курстар барышында территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары һайлау закондарын, эшлекле аралашыу психологияһын өйрәнде, заманса мәғлүмәт технологияларын эштә ҡулланырға өйрәнде, һайлауҙарҙа тауыш биреү һәм һайлау бәхәстәре килеп тыуыуын тикшерҙе, тематик тренингтарҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты.

— Һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәрен сифатлы әҙерләү – ысынлап та бик мөһим мәсьәлә, — тип иҫәпләй Раил Әсәҙуллин. – Быға мин һайлауҙарҙы ойоштороуҙа үҙем ҡатнашҡан осорҙа уҡ инандым. Һайлау комиссияһы ағзаһына һайлау закондарын яҡшы белеү генә етмәй, ул һиҙгер психолог та булырға тейеш. Был белем биреү программаһын эшкәртеүселәрҙе һәм ойоштороусыларҙы һайлағанда беҙҙең вузға ышаныс күрһәткәндәре өсөн БР Үҙәк һайлау комиссияһына рәхмәт белдерәбеҙ. Йәшермәйем, был берлектәге эш барышында беҙ үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә өйрәндек. Киләсәктә бындай курстар ойоштороу тағы ла уңышлыраҡ булыр, тип ышанам.