9 декабрь, Йома

15 апрель 2010 йыл, 14:22

Европа иммунлаштырыу аҙналығы үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2010 йылдың 26 апреленән 1 майына тиклем Европа иммунлаштырыу аҙналығы үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы ла аҙналыҡ сараларында ҡатнашасаҡ.

Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был киң күләмле акция йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа бюроһы инициативаһы буйынса Европаның бөтә илдәрендә үткәрелә.

Рәсәй Федерацияһы, шул иҫәптән беҙҙең республика ла, акцияға 2006 йылда ҡушылды, һәм быйыл ул бишенсе тапҡырына үтә.

Акцияның маҡсаты, пропаганда һәм халыҡҡа маҡсатлы мөрәжәғәт көсөн файҙаланып, йоғошло ауырыуҙар хәүефе һәм иммунлаштырыу өҫтөнлөктәре тураһында хәбәрҙарлыҡ кимәлен күтәреүгә ҡайтып ҡала. Һуңғы һөҙөмтәлә былар барыһы ла балалар һәм өлкәндәр араһында йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививка яһатыусыларҙың артыуына хеҙмәт итәсәк.

Башҡортостанда Европа иммунлаштырыу аҙналығын ойошҡан рәүештә һәм һөҙөмтәле үткәреү өсөн Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2010 йылдың 2 мартындағы “2010 йылда БР-ҙа Европа иммунлаштырыу аҙналығын ойоштороу һәм үткәреү тураһында”ғы приказы менән раҫланған берлектәге саралар планы әҙерләнде.

Халыҡты иммунлаштырыу мәсьәләләренә республика муниципаль берәмектәре органдарының иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында хакимиәт башлыҡтарына хаттар ебәрелде.

темалар: һаулыҡ һаҡлау