11 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2010 йыл, 13:49

Төҙөлөштөң яңы технологиялары энергия ҡулланыуҙы кәметергә мөмкинлек бирә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөн Өфөлә «Барыһы ла төҙөлөш һәм ремонт өсөн» махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә «Энергоэффектив биналар: төҙөлөш, реконструкция, файҙаланыу» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

— Башҡортостанда 90 проценттан ашыу торлаҡ йорт йылылыҡ ҡулланыу кимәленең иҫке нормативтары буйынса эшләнгән,  — ти техник фәндәр докторы Вадим Бабков. – Улар экономиялы түгел. Хәҙер яңы нормативтар ваҡыты етте – йылылыҡ ҡулланыу 40 процентҡа кәмергә тейеш. Быға яңы технологиялар ярҙамында ирешергә мөмкин. Улар менән билдәләнгән кимәлдән дә күберәк экономия яһарға була. Энергия сарыф итеүҙе беҙҙең климатҡа оҡшаш көнбайыш илдәре кимәленә еткеререү мөмкинлеге лә күҙҙалана.

Конференцияла ҡатнашыусылар төҙөлөштә файҙаланыусы заманса материалдар, климат системалары, сәнәғәт инновациялары тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, йылылыҡ һаҡлаусы стеналар тураһында мәсьәлә күтәрелде. Вадим Бабков әйтеүенсә, Башҡортостанда бындай стеналарҙың алты варианты әҙерләнә.  

Республикала иҫке торлаҡ йорттарҙы санациялау программаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында доклад менән Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Никита Самофеев сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда 50-80-се йылдарҙа төҙөлгән йорттарҙың күбеһендә тыш яғынан сатнаған урындар бар.

— Бындай йорттарҙың яҡын арала авариялы торлаҡ исемлегенә инеүе бар, — тип белдерҙе докладсы. – Улар санация программаһы буйынса ремонтлана.