Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

«Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Камчатканы газ менән тәьмин итеү проекты буйынса сираттағы заказды үтәй

Иҡтисад

«Камчатка өлкәһен газ менән тәьмин итеү. Беренсе сират -  Петропавловск-Камчатскийҙы газ менән тәьмин итеү» проекты сиктәрендә Башҡортостандың «Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте конденсатты тотороҡлаусы тулы комплектлы блоклы ҡулайлама етештерәсәк.

Был проект өсөн «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпорацияға сираттағы заказы.  Бығаса Башҡортостан корпорацияһы метанолды регенерациялау ҡулайламаһын һәм дегазаторҙың буфер һыйымы блогын әҙерләп оҙатҡайны.

«Уралтехнострой» корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мәғлүмәте буйынса, ҡулайлама өҫтәлмә аша бер бинаға ялғанған, тәғәйен ҡорамалдары булған блок-бокстар комплексынан ғибәрәт. Ҡулайлама электр менән йылытыу, яҡтыртыу, газды контролдә тотоу системалары, янғын сигнализацияһы датчиктары, вентиляция (тәбиғи һәм авария осрағында), автоматлаштырыу һәм сигнализация, технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған.    

«Газпром»дың сираттағы заказы өҫтөндә корпорация «Метанол һәм азотлы процестар» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть