8 декабрь, Кесе йома

15 апрель 2010 йыл, 12:07

Иглинда мәктәп уҡыусылары шиғырҙар һәм йырҙар аша тыуған төбәгенең героик тарихын өйрәнә

автор: Николай Ермоленко

Иглин ауылының балалар китапханаһында «Сирень – ул Еңеү символы» акцияһы үтте, унда урындағы 3-сө мәктәптең 4-се — 5-се класс уҡыусылары һәм шағир-патриот Михаил Юрьев ҡатнашты. Акцияға исем итеп уның һуғыш тураһындағы шиғырҙарының береһендәге һуңғы юлдар алынған.

Балаларға данлы яҡташтары – Советтар Союзының алты Геройы – Михаил Анискин, Виктор Безценный, Александр Вакульский, Павел Пономарев, Иван Силантьев һәм Михаил Шишков тураһында һөйләгәс, шағир ғәрәсәтле һынау йылдарында Ватан һағына баҫҡан Башҡортостандың Иглин районы яугирҙарына арналған «Геройҙар төбәге» шиғырын уҡыны. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында 7,5 мең иглинлы башын һалған.

Артабан балалар Юрьевтың «Һуғыш ҡаһармандары» йырын башҡарҙы һәм райондың героик тарихы буйынса конкурста ҡатнашты, уның еңеүселәренә шағир һәм композитор Михаил Юрьев «Яугир»  («Боец») шиғырҙар йыйынтығын тапшырҙы.

темалар: акциялар