Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала эпидемиологик хәл тотороҡло

Иҡтисад

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында үткәрелгән эш кәңәшмәһендә Идаралыҡтың 2010 йылдың I кварталындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

2010 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса республикала эпидемиологик хәл тотороҡло һәм сағыштырмаса имен тип билдәләнде.

Йыл башынан алып бөтәһе 236,7 мең йоғошло һәм паразитар ауырыуҙар осрағы теркәлде,  уларҙың 94,4 процентын грипп һәм ОРВИ тәшкил итә. Йоғошло һәм паразитар ауырыуҙарҙың 26 нозологик формаһы буйынса сирләү теркәлмәне.

Шул уҡ ваҡытта халыҡтың киҫкен эсәк инфекциялары менән сирләүе артыуы күҙәтелә. Был күрһәткес һуңғы өс айҙа 100 мең кешегә 125,3 осраҡ тәшкил итә. Быйыл сальмонеллез менән сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Ул күберәк Өфө ҡалаһы, Өфө һәм Әлшәй райондары территорияларында теркәлгән.

Инфекцияларҙың ҡалған төркөмдәре буйынса эпидемиологик хәл сағыштырмаса тыныс.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть