Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

«Интернет-Өфө 2010» ҡала сайттар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Йәмғиәт

15 апрелдән 15 майға тиклем «Интернет-Өфө 2010» конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Өфөнөң интернет-порталдары араһында был иң мөһим ярыш.

Конкурс положениеһы менән һигеҙ номинация ҡаралған: белешмә-мәғлүмәт сайты; масс-медиа; корпоратив сайттар (иң яҡшы бизнес-сайт); мәҙәниәт, фән һәм мәғариф; спорт, сәләмәтлек һәм ял; шәхси биттәр; аралашыу сайттары (форумы, чат, блогы, конференциялары булған сайттар); Өфөнөң интернет-магазиндары һәм интернет-сервистар.

Еңеүсе сайт эйәләренә дипломдар, конкурстың статуэткалары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Конкурс Ҡала көнөнә ҡарата ойошторола һәм иң яҡшыларҙы билдәләү тантанаһы баш ҡаланың төп байрамы алдынан үтәсәк.  

Сайттарҙы баһалау ике этапта үткәрелә. Беренсе этапта эксперттар советы эшләй. Теләге булған һәр өфөлө, төрлө ойошма вәкиле уның ағзаһы була ала. Эксперт советы составына инеү өсөн, электрон почта аша конкурсты ойоштороусыларға ғариза бирергә һәм, раҫлау алғандан һуң, ҡала хакимиәтенә үҙеңә килергә кәрәк. Белгестәр советында ҡатнашыусылар иҫәбе сикләнмәй.  

Икенсе этапта дөйөм эшкә конкурс комиссияһы ҡушыла. Һәр номинацияла эксперттар советы менән һайлап алынған ете-ун сайттан призлы урын алыусы өс сайт асыҡлана. Конкурс комиссияһы ағзаларының иң күп тауышын йыйған сайттар еңеүсе тип табыла.  

Тулыраҡ мәғлүмәт – Өфө мэрияһының рәсми сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть