Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Беренсе ҡала балалар ҡоролтайы үтәсәк

Сәйәсәт

"Киләсәк беҙҙән башлана!" – 2010 йылдың 28 апрелендә Башҡортостан баш ҡалаһында ошондай девиз аҫтында Беренсе ҡала балалар ҡоролтайы үтәсәк. Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт һәм гуманитар сәйәсәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул ватансылыҡ тәрбиәләү һәм үҫеп килеүсе быуындың гражданлыҡ әүҙемлеген яҡлау маҡсатында үткәрелә.

Баш ҡала уҡыу йорттарында балалар ҡоролтайына әҙерлек башланды ла инде. 1 апрелдән 15-нә тиклем әҙерлек этабы үткәрелде, был осорҙа делегаттар һайланды, ойоштороу комитетына заявкалар һәм авторлыҡ программалары тапшырылды. 15 апрелдән 27-еһенә тиклем үтәсәк икенсе этапта ойоштороу комитеты тапшырылған авторлыҡ программаларын ҡараясаҡ.

I башҡорт ҡала балалар ҡоролтайын үткәреү тураһында Положениела, балалар ҡоролтайы пленар ултырыш формаһында башҡорт телендә үткәрелә, унда белем биреү учреждениеларынан һайланған делегаттар, саҡырылған ҡунаҡтар, уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша, тиелә.

Ҡоролтайҙа делегаттар тәҡдим иткән иң көнүҙәк мәсьәләләр һәм проблемаларҙы тикшерергә планлаштырыла. Сығыштар һәм тикшереүҙәр йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк, уны ойоштороу комитеты “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитетына ебәрәсәк.  

Балалар ҡоролтайында Өфө белем биреү учреждениеларының 8 — 11-се синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.  Һәр һайланған делегат “Ҡоролтайға мөрәжәғәт” авторлыҡ программаһы әҙерләргә тейеш. Программала күтәрелгән проблема йәки мәсьәләнең социаль, мәҙәни, ижтимағи әһәмиәте, актуаллеге, новаторлығы, уны бойомға ашырыу мөмкинлеге, был проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәғәйен тәҡдимдәр билдәләнергә тейеш.

Тапшырылған авторлыҡ программаларын конкурста һайлап алыу йомғаҡтары буйынса балалар ҡоролтайының пленар ултырышы программаһы төҙөлә. Делегаттарҙың бөтә программалары балалар ҡоролтайы материалдары менән брошюрала баҫылып сығасаҡ.

Беренсе ҡала балалар ҡоролтайын баш ҡала Мәғариф идаралығы, Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге, Өфөнөң балалар һәм йәштәр ойошмалары ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть