Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында Республика йылын яҡтыртыуға конкурс иғлан ителгән

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимовтың “Башҡортостанда 2010 йылды Республика йылы тип иғлан итеү тураһында”ғы Указын һәм Республика йылына һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты хаҡындағы декларацияны иғлан итеүҙең 20 йыллығына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Р.С. Сарбаев тарафынан раҫланған төп саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендәєкиң мәғлүмәт сараларында Республика йылын иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы  үткәрелә.

Конкурсты БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ойоштора. Унда киң мәғлүмәт саралары редакциялары һәм айырым авторҙар ҡатнаша ала. 2010 йылдың 1 ғинуарынан башлап баҫылған конкурс материалдары идаралыҡта 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Конкурстың маҡсаты — республиканың киң мәғлүмәт сараларын Республика йылын тулыраҡ яҡтыртыуға йәлеп итеү, бөгөнгө Башҡортостандың йәмәғәт тормошоноң бөтә өлкәләрендәге ҡаҙаныштарын пропагандалау, Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ республика ролен көсәйтеү, Башҡортостан Республикаһының ыңғай абруйын нығытыу.

Конкурс тураһындағы положение БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында (www.pressarb.ru) урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть