9 декабрь, Йома

15 апрель 2010 йыл, 10:03

"Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашыусылар ерҙән файҙаланыу проблемаларын тикшерҙе

автор: Марина Шумилова

14 апрелдә Өфөлә үткәрелгән түңәрәк өҫтәл Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ерҙән файҙаланыу проблемаларына арналды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторҙо.

Түңәрәк өҫтәлгә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә ошо проблематика буйынса секция ултырышын әҙерләүсе ғалимдар, министрлыҡтар һәм ведомстволар, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары йыйылды. Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Динир Әхмәтйәнов алып барҙы.  

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар 2006 йылдың ғинуарынан көскә ингән закон менән көйләнгән ерҙәрҙе хосусилаштырыу процесына иғтибар йүнәлтте. Башҡортостанда был процесс тамамланған тиерлек.

Хәҙер хосусилаштырыуҙың икенсе этабы башлана — ер пайҙарын шәхси милекселеккә бүлеү. Һәм бында ер пайҙарының ҡайҙа урынлашыуы, межалау эштәренең ҡиммәт булыуы һәм башҡалар менән бәйле бик күп һорауҙар тыуа. Был проблемалар йәмәғәтселектә борсолоу уята. Бөгөн был процесс айырым контролгә мохтаж, тип билдәләне түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар. Уларҙың фекеренсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәләре был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә тейеш. Әйткәндәй, хәҙер Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Башҡорт ерҙәрен һаҡлау буйынса комитеты тап ошо мәсьәлә менән шөғөлләнә лә, етмәһә, республикала ғына түгел, шулай уҡ башҡорттар тупланып йәшәгән күрше төбәктәрҙә лә.

Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ федераль һәм республика ер закондарының төрлө аспекттары, район кимәлендә ер реформаһы үткәреү (Мәсетле районы миҫалында) һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде.