10 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2010 йыл, 10:00

Башҡортостандың иң яҡшы метрология хеҙмәтенә конкурс

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың иң яҡшы метрология хеҙмәтенә конкурс иғлан ителгән. Уны БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге үткәрә.

Конкурста республиканың бар предприятиеларынан метрология хеҙмәттәре ҡатнаша ала. Конкурсанттар предприятиеларҙағы персонал иҫәбе буйынса өс төркөмгә бүленә: 100 кешегә тиклем, 100-ҙән 1000 кешегә тиклем һәм 1000 кешенән күберәк кеше эшләгән предприятиелар. Һәр төркөмдә иң яҡшыһы билдәләнәсәк.

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, квалификация кимәлен күтәреү һәм метрология хеҙмәттәре белгестәренең әүҙемлеген арттырыу – ярыштың төп маҡсаты.  

Конкурста ҡатнашыу өсөн апрель аҙағына тиклем конкурс комиссияһына анкета- характеристика тапшырырға кәрәк.

Еңеүселәргә «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы метрология хеҙмәте» исеме биреләсәк һәм диплом тапшырыласаҡ. Ҡиммәтле бүләктәр ҙә әҙерләнә.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Бөтә донъя метрология көнөнә арналған йыйылышта үтәсәк.