3 декабрь, Шәмбе

15 апрель 2010 йыл, 9:43

Өфөлә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында республика иҡтисад олимпиадаһы үтә

автор: Эльмира Сабирова

Юғары уҡыу йорттары студенттары араһында Республика иҡтисад олимпиадаһы 15 апрелдә  Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы нигеҙендә үтәсәк. Студенттарҙың ижади һәләтен үҫтереү, белем кимәлен күтәреү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, конкурсанттарға үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек биреү, БР кадрҙар потенциалы резервын булдырыу уның төп маҡсаты иҫәпләнә.  

Олимпиадала Башҡортостан Республикаһының алдынғы юғары уҡыу йорттарынан 150-гә яҡын йәш кеше ҡатнашасаҡ. Уларға предприятие иҡтисады, финанс-иҡтисади анализ, һалым һәм һалым һалыу кеүек номинацияларҙа мәсьәләләр эшләргә тура киләсәк. Бынан тыш, «олимпиясыларға» «КонсультантПлюс» белешмә-хоҡуҡ системаһы менән ғәмәлдә ҡулланып күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Олимпиада еңеүселәре БР Мәғариф министрлығы дипломдары, шулай уҡ “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә бүленгән аҡсалата гранттар менән бүләкләнәсәк.  

Был сараны БР Мәғариф министрлығы, «Респект» хоҡуҡ компанияһы ойоштора.

темалар: мәғариф