Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

«ХХI быуат лабораторияһы» үҙ эшен башланы

Йәмғиәт

Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың «ХХI быуат лабораторияһы» алтынсы республика ғилми-ғәмәли конференцияһы эшләй башланы.

Уның төп маҡсаттары — интеллектуаль ижади шәхес үҫеше өсөн шарттар булдырыу һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеген камиллаштырыу.

Конференцияла ете йүнәлеш буйынса эш ҡаралған: «Интернет менән бәйле компьютер технологиялары», «Компьютер графикаһы һәм анимация»,  «Программалаштырыу», «Электроника», «Электротехника», «Конструкциялау»,  «БР-ҙа сәнәғәт үҫеше һәм уйлап табыуҙар тарихы».

Йәш техниктар шулай уҡ халыҡ алдында лекциялар менән сығыш яһаясаҡ һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен яҡлаясаҡ. Балаларҙың эштәренә вуз уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреүҙең юғары квалификациялы педагогтары составындағы абруйлы жюри баһа бирәсәк.

Абсолют еңеүсене БР Мәғариф министрлығы "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле йәштәрҙе яҡлау премияһына күрһәтәсәк.

Конференция эше 16 апрелдә тамамланасаҡ.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть