9 декабрь, Йома

14 апрель 2010 йыл, 16:51

Игенселәр яҙғы сәсеүгә төштө

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Дүртөйлө районының «Россия» тоҡомсолоҡ заводы игенселәре яҙғы сәсеүгә төштө. 2010 йыл сәсеүен улар борсаҡтан башланы. Бер көндә бер сәсеү агрегаты 60 гектар майҙанға был ҡуҙаҡлы культураны сәсте.

Дүртөйлө районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Радим Вәлиев һөйләүенсә, 11 апрелдә был хужалыҡ игенселәре районда беренсе булып күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуға һәм дым ҡаплауға тотондо. Бөгөн тағы биш ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыу эштәре алып бара. Тупраҡта дым запасы аҙ булыу сәбәпле, игенселәр ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә һәм сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға тырыша.

— Ике аҙнала эштәрҙе тамамларға тырышасаҡбыҙ,- тине Радим Вәлиев.- Бөтә хужалыҡтар агрегаттарын баҫыуҙар эргәһенә сығарҙы — тупраҡ әҙер булғас та, сәсеү башланасаҡ.

Быйыл иген культуралары 35 мең гектар майҙанға сәселергә тейеш, 24 мең гектар мал аҙығы культураларына бүленгән. Һөрөнтө ерҙәрҙең алты проценты пар баҫыуҙары итеп ҡалдырыла.