3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2010 йыл, 16:17

Бер аҙна эсендә республиканың 13731 кешеһенә вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

5 — 11 апрелдә Башҡортостанда киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) менән 13731 кеше ауырый башлаған. Сирлеләрҙең иң күбе — 10083 кеше (73,4%) — 14 йәшкә тиклемге балалар.

Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә уҙған аҙна эсендә киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм грипп менән 4163 кеше сирләгән, шуларҙың 3043-ө — 14 йәшкә тиклемге балалар (73,1%). Өфө халҡының киҙеү һәм вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 37,8 процентҡа түбән.

Ҡышҡы эпидемия артта ҡалыуға ҡарамаҫтан, республикала халыҡҡа, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәтләндереү һәм дәүләт муниципаль мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға, балаларға А/H1N1 юғары патогенлы киҙеүгә ҡаршы сәсәк һалыу дауам итә. Вакцинация үткәрелергә тейешле кешеләрҙең 74 процентына прививка эшләнгән.