8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2010 йыл, 16:05

Иң яҡшы студенттар отрядына конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Башҡортостандың Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы «2010 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы студенттар хеҙмәт отряды» конкурсын иғлан итә.

Конкурстың маҡсаттары — студотрядтар хәрәкәте традицияларын яҡлау һәм үҫтереү, студенттарҙың матди һәм социаль проблемаларын хәл итеү, йәштәрҙе йәйге ваҡытта эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү, хәрәкәттең тупланған тәжрибәһен дөйөмләштереү, шулай уҡ студенттар хеҙмәт отрядтары проблемаларына йәмәғәт, дәүләт, муниципаль һәм коммерция структураларының иғтибарын йәлеп итеү.

Еңеүселәр дүрт номинация буйынса иғлан ителәсәк: «2010 йылдың иң яҡшы студенттар төҙөүселәр отряды», «2010 йылдың иң яҡшы студенттар ауыл хужалығы отряды», «2010 йылдың иң яҡшы студенттар педагогик отряды» һәм «2010 йылдың иң яҡшы студенттар махсус отряды».

Компетентлы жюри иң яҡшыларҙы түбәндәге критерийҙар буйынса билдәләйәсәк: отрядтың ҡаҙаныштары, авторлыҡ программалары булыуы, социаль мөһим саралар ойоштороу, символика булыуы, башҡарылған эштәр төрҙәре, яугирҙарҙың квалификацияһы, хеҙмәт дисциплинаһы һәм башҡалар.

Конкурс еңеүселәре һәр йыл аҙағында үткәрелеп килгән студенттар хеҙмәт отрядтарының республика слетында иғлан ителәсәк.

Ҡатнашыуға заявка һәм студенттар отрядының эш планы 14 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса ҡабул ителә, телефон: 251-89-76.