10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2010 йыл, 15:42

Өфөлә ИКЕА компанияһының вакансиялар йәрминкәһе асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә ИКЕА компанияһының вакансиялар йәрминкәһе эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле швед компанияһының сауҙа комплексын асыу көҙгә планлаштырыла. Әлеге ваҡытта компания сауҙа үҙәгендә эшләү өсөн персонал йыя. Аҙна дауамында, 20 апрелгә ҡәҙәр, теләге булғандарҙың барыһы ла халыҡ-ара компания эшмәкәрлеге менән таныша ала. Эш урындарына дәғүә итеүселәр анкета тултырырға һәм ИКЕА вәкилдәре менән әңгәмәләшеү үтергә тейеш. Артабан перспективалы кандидаттар өҫтәмә әңгәмәләшеүгә саҡырыласаҡ.  

Компания вәкилдәре әйтеүенсә, вакансиялар йәрминкәһе һөҙөмтәһендә 200-ҙән ашыу яңы хеҙмәткәрҙе эшкә алыу планлаштырыла. Магазинға һәр төрлө профессиялы хеҙмәткәрҙәр — һатыусылар, кассирҙар, визуаль мерчендайзерҙар, декораторҙар, ашнаҡсылар талап ителә. Йәрминкәлә һайлап алынған хеҙмәткәрҙәр магазин асылғанға тиклем компанияның әлеге ваҡытта эшләп килгән икенсе сауҙа комплекстарында уҡыу һәм стажировка үтәсәк.

Һайлап алыуҙың төп критерийҙары иҫәбендә  — алсаҡлыҡ, эшһөйәрлек, яуаплылыҡ, белемеңде арттырыуға ынтылыш. Хеҙмәткәрҙәр тулы һәм өлөшләтә эш көнөнә алынасаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

Белешмә. ИКЕА — үҙенең дизайны буйынса 60 йылдан ашыу мебель һәм интерьер әйберҙәре етештереүсе швед компанияһы. Рәсәйҙә ИКЕА магазиндары МЕГА ғаилә сауҙа үҙәктәре составында асыла. Бөгөнгө көндә Рәсәй ҡалаларында ошондай 12 комплекс уңышлы эшләй.