4 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2010 йыл, 15:19

Т-34 хәтер һағында

автор: Сергей Захаров

Салауатта реставрация үткән Т-34 хәрби танкыһы ҡуйыласаҡ. Ҡалаға бүләккә уны «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һатып алған.

Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1941-1942 йылдар өлгөһөндәге Т-34/76 танкыһы 1942 йылдың мартында Калуга өлкәһенең Барятин районындағы яуҙарҙа ҡатнашҡан.

«Экипаж» эҙәрмәндәр төркөмө» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Антон Агапин әйтеүенсә, «танктың хәрби тарихы бик фажиғәле. «Утыҙ дүртенсе» бихисап бәрелештәрҙә ҡатнаша, ләкин Калуга өлкәһенең Барятин районында совет ғәскәрҙәренең оборона линияһын һаҡлау өсөн барған алыш уның өсөн һуңғыһы була. Ул ваҡытта, 1942 йылдың мартында, танк экипажы хәрби машинаны утлы һыҙыҡҡа алып сыға һәм дошман ғәскәрҙәрен ҡырыуға тотона. Немецтар танкка ҡаршы 37-миллиметрлы пушкаларҙан ата, ләкин машинаға етди зыян килтерә алмай. Хәрби машина даими утҡа тотола, тәгәрмәс сылбырын өҙөү арҡаһында хәрәкәт итеүҙән туҡтатыла, әммә көбәгенә немец снаряды тейеп, артабан яуҙы дауам итеү мөмкинлеге ҡалмағас ҡына, экипаж ағзаларынан иҫән ҡалған ике яугир машинаны ҡалдырырға ҡарар итә. Совет автоматсылары менән танк экипажы хәрби машинаны эвакуациялау өсөн килеп еткәнсе, гитлерсыларҙың штурм төркөмө танкка мина ҡуйып өлгөрә. Яу барышында немецтар Т-34-те шартлата».  

— 65 лет йылдан һуң эҙәрмәндәребеҙ экспедиция ваҡытында 200 метр радиусҡа һибелгән танк фрагменттарына юлыға, — тип аңлатма бирә Антон Агапин. — Реставрация ваҡытында машина броня йөйҙәрен беркетеп йәбештереү юлы менән яңынан йыйылған, ә айырым быуындары тулыһынса алмаштырылған.

Бөйөк Еңеүҙең 65-йыллығы көнөндә легендар Т-34 Мәңгелек ут эргәһендәге постаментта үҙенең урынын аласаҡ һәм XX быуат тарихында иң оҙаҡ көтөлгән Еңеүҙең символына әйләнәсәк.

темалар: тарих, хәтер