5 декабрь, Дүшәмбе

14 апрель 2010 йыл, 14:47

Мәсетле районында Диниә назаратының күсмә пленумы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында 24 апрелдә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының күсмә пленумы үтәсәк. Был сараға республиканың 34 мөхтәсибәте вәкиле киләсәк.

БР мосолмандары Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, пленум сиктәрендә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек, республика имамдарының Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы тикшереләсәк. Шулай уҡ Башҡортостанда дини мәғарифты үҫтереү, БР мосолмандары Диниә назаратының БР Эске эштәр министрлығы һәм Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы менән йәмғиәттәге антисоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләре айырым тикшереләсәк.

темалар: дин