6 декабрь, Шишәмбе

14 апрель 2010 йыл, 14:18

Белорет металлургия комбинаты WIRE-2010 күргәҙмәһендә ҡатнаша

автор: Эльвира Латипова

«Мечел» компанияһына ингән «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Дюссельдорфта үткән WIRE-2010 Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһендә үҙ продукцияһы өлгөләрен күрһәтә.

Был экспозицияла «Мечел» компанияһы исеменән Белорет металлургия комбинаты, Вяртсильск метиз заводы, шулай уҡ «Мечел Нямунас» (Литва), «Мечел Кымпия Турзий» һәм «Дактил Стил» (Румыния) заводтары ҡатнаша. Коллектив стендта «Мечел Сервис Глобал» халыҡ-ара металл-сауҙа холдингының ярҙамсы компаниялары вәкилдәре эшләй.

Белорет металлургия комбинаты был күргәҙмәлә 1992 йылдан алып ҡатнаша. Быйыл ул килеүселәр иғтибарына традицион, шулай уҡ продукцияның яңы төрҙәрен тәҡдим итә. Бер нисә йыл рәттән цинкланған, пружиналы, иретеп йәбештереү сымы ҙур һорау менән файҙалана.

Белорет металлургия комбинатының мәғлүмәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн комбинат етештерелгән продукцияһының яртыһынан ашыуын экспортҡа оҙата. 2003 йылдан комбинаттың сифат менеджменты системаһының ИСО 9001:2000 халыҡ-ара стандартына тап килеү сертификаты бар. Бынан тыш, Европаға оҙатыу өсөн продукцияның айырым төрҙәре абруйлы Рәсәй һәм халыҡ-ара күҙәтеү органдарында өҫтәмә сертификацияланған. WIRE күргәҙмәһендә ҡатнашыу комбинаттың метиз продукцияһын сит ил баҙарына сығарыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ күргәҙмәлә предприятие белгестәре метиз ҡорамалдар һәм ярҙамсы заманса материалдар етештереүселәрҙең яңылыҡтары менән таныша ала.

WIRE күргәҙмәһе – сым һәм кабель етештереүгә арналған донъяла иң ҙур махсус профессиональ күргәҙмәләрҙең береһе. Күргәҙмә ике йылға бер тапҡыр ун икенсе мәртәбәһенә үткәрелә инде. Дюссельдорфта етештереүселәр, һатып алыусылар, эксперттар һәм ғалимдар йыйыла, тап ошо күргәҙмәлә метиз тармағының бөтә яңылыҡтары күрһәтелә, мөһим контракттар һәм договорҙар төҙөлә.

Күргәҙмә 16 апрелгә тиклем эшләйәсәк.