3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2010 йыл, 12:34

«Башкортостан 2010. Кто есть кто» белешмәһенең яңы баҫмаһы сыҡты

автор: Эльвира Латипова

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Башкортостан 2010. Кто есть кто» белешмәһен сығарҙы. Был сираттағы, иҫәбе буйынса 11-се баҫма.

Белешмәлә республика власть органдарының, федераль структураларҙың территориаль идаралыҡтарының, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт ойошмаларының, Башҡортостан учреждениелары һәм предприятиеларының 900-ҙән ашыу етәксеһенең ҡыҫҡаса биографик мәғлүмәттәре, эш адрестары һәм телефондары бирелә. Эҙләү уңайлы булһын өсөн китапта ҡатнашыусыларҙың вазифа реестры бар.

Белешмәлә 2010 йылдың февраленә ҡарата мәғлүмәт бирелгән.