Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Павловка ГЭС-ында ташҡын башланыуы теркәлде

Иҡтисад

Павловка ГЭС-ында һыуһаҡлағысҡа секундына 500 кубометрҙан ашыу һыу килеү кимәле теркәлде. Гидроэнергетиктар өсөн был барьерҙы үтеү – ташҡын башланыуы тураһында сигнал.

Әлеге ваҡытҡа һыуһаҡлағысҡа килгән бөтә һыу гидрогенераторҙар аша эшкәртелә, улар сәғәтенә 108 МВт электроэнергия етештерә. Станцияла эште тәүлегенә көйләү режимы индерелгән. Һыуһаҡлағыстың өҫкө бьеф кимәле минималь билдәлә, ләкин ошо көндәрҙә үк гидроэнергетиктар ағымдың артыуын көтә. Һыуһаҡлағыс аҡрынлап тула башлаясаҡ.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар иреү менән бәйле тәүге ташҡын бик мул буласаҡ, ләкин оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ. Тәүге ваҡытта һыуһаҡлағысҡа һыу килеү кимәле секундына ике мең кубометрға етеүе көтөлә. Ташҡындың ер аҫты һыуҙары сығыу менән бәйле икенсе пигына айырыуса ҙур өмөттәр бағлана. Әгәр уның запастары ярайһы уҡ юғары булһа, һыуһаҡлағысты тултырыу менән проблемалар булмаясаҡ.

Гидроэлектростанцияларҙа эшкәртелгән электр энергияһы — иң арзаны һәм экологик сафы, шуға күрә лә гидроэнергетиктар килгән һыуҙың һәр кубометрын мөмкин тиклем киңерәк файҙаланырға тырыша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть