11 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2010 йыл, 11:30

«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселеге Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

2009 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше һәм дәүләт ярҙамын ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары «Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәкселегенең Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары менән осрашыуында тикшерелде. Бында шулай уҡ Стәрлетамаҡ эшҡыуарлығы үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре һәм механизмдары тураһындағы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.

Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Мусин һәм финанс департаменты етәксеһе Глеб Абдулин эшҡыуарҙарға 2010 йылға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше программаһы тураһында һөйләне. 1 апрелдән эшҡыуарҙарҙан был программа сиктәрендә субсидиялауға документтар ҡабул ителә башлаған.

«Рәсәй терәге» матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, властар һәм бизнес «Дәүләт контролен (күҙәтеүен) һәм муниципаль контролде башҡарғанда юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау тураһында» Федераль законын ғәмәлгә ашырыуҙы һәм янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә норматив-хоҡуҡи акттарҙы көйләүҙе тикшерҙе.

Эшҡыуарҙар менән осрашыуға шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсүл Хәсәнов, «Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы» коммерция булмаған ойошмаһының башҡарма директоры Дилара Халикова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Ғүмәрова, ҡала ведомстволары етәкселәре килде.  

Сара «Волга буйы, Урал һәм Себерҙең алтын фонды» премияһы лауреаттарын бүләкләү менән тамамланды.