6 декабрь, Шишәмбе

14 апрель 2010 йыл, 11:27

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы–2010» конкурсы еңеүсеһе географиянан уҡыта

автор: Эльмира Сабирова

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмы театрында юбилей, иҫәбе буйынса 20-се “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2010” конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте.

10 көн буйына республиканың иң яҡшы уҡытыусылары педагогик оҫталыҡта ярышты. Иң яҡшыларҙан яҡшыны асыҡлау өсөн тап шул тиклем ваҡыт кәрәк булды.  

— Был конкурс – педагогик оҫталыҡ ҡаҙаныштарының үҙенсәлекле бер күргәҙмәһе, — тине жюри рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин. — Инновация, методика, һөйләү һәм ҡатмарлы материалды аңлата белеү оҫталығы – бөтә ҡатнашыусыларға хас һыҙаттар. Шуға күрә был конкурста еңелеүселәр юҡ – тупланған тәжрибә бар.  Бөтә конкурсанттар – ҙур педагогик стажға эйә кешеләр – башлыса, 14 йылдан 25 йылға тиклем. Минең һәм жюриҙың бөтә ағзалары өсөн еңеүсене билдәләүе бик ҡатмарлы булды. Финалға сығыусыларҙың күбеһе менән Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй ҙә ғорурлана алырлыҡ. Улар үҙ һөнәренә бирелгән, балаларҙы ихлас күңелдән яратҡан ғәжәйеп кешеләр.

Был традицион педагогик оҫталыҡ конкурсында республиканың бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан 126 уҡытыусы ҡатнашты. Залда ултырыусыларҙы тәбрикләп, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, элек-электән мәғариф системаһының нигеҙе, йөрәге уҡытыусы булды һәм булып ҡала, тине.

— Быйылғы йыл беҙҙең, педагогтар, өсөн айырыуса әһәмиәтле, — тип билдәләне ул. – Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Уҡытыусы йылы, уның сиктәрендә үткәрелгән Башҡортостан уҡытыусыларының Х Съезы педагогтың юғары гражданлыҡ яуаплылығын һәм ролен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Был ярышта беҙҙең өсөн үҙ педагогик эшкәртмәләребеҙ менән уртаҡлашыу мөмкинлеге иң мөһиме булды, — тине конкурс финалсыһы, Саҡмағош ауылынан технология уҡытыусыһы Радик Әмирханов. — Юҡҡа ғына “уҡытыусы уҡыған саҡта йәшәй” тип әйтмәйҙәр бит.

Әйткәндәй, быйыл конкурста туғыҙ ир-егет ҡатнашты. Уларҙың икәүһе финалға сыҡты, Өфөнөң 105-се гимназияһынан Владимир Раевский «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы–2010» конкурсында еңеүсе булды.

Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен быйыл Өфө ҡалаһының 65-се татар гимназияһы педагогы Ләйсән Насирова яуланы.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡотлап, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Башҡортостанда уҡытыусыларға ярҙамға һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленде, тине.

— Быға дәлилдәр бик күп, — тине Илдус Ғөбәйҙулла улы. — Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының башҡа бер субъектында ла уҡытыусы-филологтар өсөн айырым конкурстар үткәрелмәй. Бынан тыш, финалға сығыусыларҙың барыһы ла «БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме һәм матди дәртләндереү менән билдәләнәсәк. Йыл һайын БР Хөкүмәте тел уҡытыусылары өсөн 50 грант бүлә.  

Артабан Илдус Илешев «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы–2010» конкурсының абсолют еңеүсеһенең исемен атаны. Ул Дыуан районы Вознесенка ауылынан урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Ольга Тряскина. Башҡорт дәүләт педагогия институтын (хәҙерге М.Аҡмулла исемендәге БДПУ) һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған Ольга Тряскина мәктәптә 17 йыл эшләй. Ул конкурста тәҡдим иткән инновацион проект темаһы – «Ауыл мәктәбе шарттарында шәхестең социаль компетентлығын тәрбиәләү».

— Ауыл мәктәбе үҫешергә тейеш, — тип иҫәпләй Ольга Федоровна. — Беҙҙең балаларыбыҙ конкуренцияға һәләтлелек буйынса ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡалышырға тейеш түгел. Улар тигеҙ старт шарттарына эйә булырға тейеш, ә бының өсөн беҙ үҙ урындарыбыҙҙа яҡшы эшләргә тейешбеҙ.

Үҙ коллегаларына – конкурсанттарға мөрәжәғәт итеп, ул, конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһе юғары баһаға лайыҡ, тип билдәләне һәм уларға балалар һөйөүен, бөткөһөҙ дәрт, ижади уңыштар теләне.

Ольга Тряскина 2011 йылда Бөтә Рәсәй педагогик оҫталыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән ҡатнашасаҡ.

темалар: мәғариф