10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2010 йыл, 10:30

Балтас районында «Минең республикам» экологик акцияһы старт ала

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы менән республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге ойошторған “Минең республикам” йәштәрҙең республика социаль – экологик акцияһының тәүге этабы Балтас районында 17 апрелдә старт ала.  

Акция бишенсе йыл рәттән үткәрелә. Йыл һайын был сарала биш меңгә яҡын йәш кеше ҡатнаша. Экология торошон яҡшыртыу, бар торама пункттарҙа ла уңайлы мөхит формалаштырыу һәм Башҡортостан экологияһы өсөн йәштәрҙең яуаплылығын арттырыу уның төп маҡсаттары иҫәпләнә.  

Субботникта райондың йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләре, урта махсус белем биреү йорттары һәм мәктәптәре ҡатнаша. Үҙҙәренең символикаһы һәм атрибутикаһы булған командаларҙың ҡатнашыуы сараға тантаналы төҫ бирәсәк. Субботникта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Танып йылғаһы ярын төҙөкләндереүҙә ярыша ала. «Минең республикам» акцияһы эстафетаһын артабан Башҡортостандың башҡа райондары һәм ҡалалары дауам итәсәк.  

темалар: акция