Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 17 кеше берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыуға теләк белдерҙе

Йәмғиәт

20 апрелдән һынауҙы ваҡытынан алда үтергә хоҡуғы булғандарҙың Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу этабы башлана.  

«Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 17 кеше Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырырға теләк белдергән. Улар иҫәбендә бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарға китеүсе спортсы егеттәр, сәләмәтлек торошо буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда бирергә тейешле уҡыусылар һәм 2010 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә алынасаҡ йәштәр бар.  

Имтихандар теҙмәһенә ярашлы, уҡыусыларҙың белемен һынаусы тәүге имтихан рус теленән буласаҡ (20 апрелдә), артабан — сит ил телдәре, әҙәбиәт, физика (22 апрель), 24 – математика, 26 – информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), биология, йәмғиәт фәне, 28 – тарих, география, химия.

Дөйөм алғанда быйылғы йылда, БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда 29,5 мең кешенең Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуы көтөлә.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть