5 декабрь, Дүшәмбе

14 апрель 2010 йыл, 9:33

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 24-се ултырышы 22 апрелдә үткәрелә

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 24-се ултырышы 22 апрелдә үткәреләсәк. Депутаттар ҡырҡҡа яҡын мәсьәлә тикшерәсәк. Ултырышты үткәреү датаһы һәм көн тәртибе дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы Президиумының 13 апрелдә үткәрелгән 28-се ултырышында билдәләнде.

Депутаттар пленар ултырышта ҡараясаҡ төп мәсьәләләр араһында “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында” темаһына “Хөкүмәт сәғәте” үткәреү һәм БР Контроль-иҫәп палатаһының 2009 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында отчеты билдәләнде.

Депутаттар алдында биш мировой судья һайлау, шулай уҡ 29 республика закон проектын ҡарау бурысы тора: алтауһы – өсөнсө уҡыуҙа, етәүһе – икенсе һәм 16 – беренсе уҡыуҙа. БР Дәүләт Йыйылышы әҙерләгән ике федераль закон проекты, депутаттар корпусының күбеһе яҡлаған осраҡта, закон сығарыу иницитиваһы тәртибендә Дәүләт Думаһына ебәреләсәк.

24-се ултырышта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың үҫешенә контроль буйынса эш комиссияһы ойоштороласаҡ.