Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан профсоюздары һәм Пенсия фонды хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы һәм Башҡортостан буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәһе эшләүсе граждандарҙың пенсия хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеүҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеү пенсия системаһына индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә ала. БР Профсоюздар федерацияһы пенсия ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыуҙа пенсия мәсьәләләре буйынса профсоюз комиссиялары һәм комитеттары ҡатнашлығын тәьмин итеү, коллектив договорҙарға хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ пенсия страховкалауы менән бәйле өҫтәмә гарантиялар индереүгә ирешеү, хаҡлы ялға киткәндә эшселәргә пенсия билдәләү өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү кеүек йөкләмәләр ала. Башҡортостан буйынса РФ Пенсия фонды бүлексәһе иһә үҙ сиратында страховка иғәнәләре түләүселәрҙе страховка иғәнәләре түләү менән бәйле һорауҙар буйынса аңлатма, белешмә, мәғлүмәти, хоҡуҡи, норматив материалдар менән тәьмин итеүҙе, шулай уҡ пенсия мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаларын уҡытыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть