8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2010 йыл, 8:44

Рәсәй банкылары ассоциацияһы башлығы Мортаза Рәхимовҡа рәхмәт белдерҙе

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов исеменә Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Г.А. Тосуняндан хат килде. Ул “Банкылар. Процестар. Сифат” VI ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреүгә булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдергән.

Хатта шулай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

“Банкылар. Процестар. Сифат” VI ғилми-ғәмәли конференцияның ойоштороу комитеты һәм шәхсән үҙемдең  исемдән 2010 йылдың 11 — 13 мартында Башҡортостандың Милли банкыһында конференция ойоштороуға һәм үткәреүгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерергә рөхсәт итегеҙ.

Традиция булараҡ Башҡортостан Республикаһында уҙғарылған һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашҡан конференция федераль һәм республика власть органдары менән банк секторының берлектәге уңышлы сараларының береһе булды.

Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, конференция ойоштороу һәм йөкмәтке йәһәтенән юғары кимәлдә үтте. Конференция тәҡдимдәре банкыларға эш сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Рәсәй банкылары системаһын артабан үҫтереү мәсьәләләре буйынса уңышлы хеҙмәттәшлектең дауам итеренә ихлас ышанабыҙ.

Изге теләктәр менән, Рәсәй банкылар ассоциацияһы президенты Г.А. Тосунян”.