11 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2010 йыл, 17:13

Профсоюз ҡоролошо мәсьәләләрен тикшерҙеләр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Өфөлә профсоюз ҡоролошо мәсьәләләре буйынса семинар үтте. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, унда төрлө тармаҡтарҙың республика профсоюз комитеттары вәкилдәре, шулай уҡ йәш профактивистар әүҙем ҡатнашты. Семинар эшен ойоштороу өсөн Свердловск өлкәһе Профсоюздар федерацияһының профсоюз хәрәкәтен үҫтереү департаменты етәксеһе Василий Деркач саҡырылды.

Семинарҙың төп темаһы булып предприятиела тәүге профсоюз ойошмаһын төҙөү торҙо. Йыйылыусылар профсоюз хәрәкәте моделдәре үҙенсәлектәре, уларҙың ыңғай һәм кире яҡтары менән танышты, шулай уҡ тренингтарҙа ҡатнаша алды.

темалар: профсоюздар