10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2010 йыл, 17:13

Өфөлә балалар ялын ойоштороусыларҙың семинары үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороусыларҙың семинары Өфөлә 14 – 15 апрелдә үтәсәк. Был сараны республиканың Мәғариф министрлығы менән берлектә БР Профсоюздар федерацияһы ойоштора.  

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, семинарҙа республиканың муниципальных орган вәкилдәре һәм балалар һауыҡтырыу лагерҙары етәкселәре ҡатнашасаҡ.  Семинарҙа ҡатнашыусылар балалар һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороуҙың яңы механизмдары менән танышасаҡ. Шулай уҡ семинар сиктәрендә һауыҡтырыу лагерҙарында балалар сәләмәтлеге һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу ҙа планлаштырыла. Шул уҡ мәлдә туҡланыуҙы ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге, хеҙмәт һаҡлау һәм лагерҙарҙа балаларҙың һәм хеҙмәтләндереүсе персоналдың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Бынан тыш, семинар ваҡытында персонал йыйыу һәм балалар менән эшләүҙең программалы эстәлеге буйынса тренингтар үткәреләсәк.