4 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2010 йыл, 16:54

«Искож» етештереү күләмен арттырырға планлаштыра

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тегеү изделиелары етештереү күләмен көрсөккә тиклемге кимәлдә тота алды. Предприятие яҡын араларҙа күләмде икеләтә арттырырға планлаштыра. Был турала генераль директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары Иван Самойлов хәбәр итте.

— Беҙ айына 10-15 миллион һумға 100-150 мең тегеү изделиелары сығарҙыҡ. Ә хәҙер беҙ үҙ алдыбыҙға 2011 йылға айына 22-23 миллион һум һөҙөмтәһе менән сығыу бурысы ҡуябыҙ, — ти Иван Самойлов. – Шуға күрә бөгөн үҙ сауҙа селтәребеҙҙе үҫтереү буйынса әүҙем эшләй башлайбыҙ. Әле үк Өфөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Ижевскиҙа фирма магазиндарыбыҙ, шулай уҡ Екатеринбургта ҙур күмәртә складыбыҙ бар. Планда — Түбәнге Новгородта, Ҡазанда, Магнитогорскиҙа һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында магазиндар асыу.

«Искож» ҙур ҡалаларға йүнәлеш тота һәм продукцияһын үҙ бренды аҫтында һатырға планлаштыра – фирма стиле өҫтөндә эш башланылар ҙа инде. 2010 йылда уҡ предприятие продукция һатыуҙы кәмендә 15-20 процентҡа арттырырға иҫәп тота.

Иҡтисади тотороҡлолоҡ социаль мәсьәләләрҙе лә хәл итергә булышлыҡ итә.

— Былтырҙан алып беҙ бер хеҙмәткәрҙе лә ҡыҫҡартманыҡ, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын да тотҡарламаныҡ һәм һалымдар буйынса бер түләүҙе лә һуңға ҡалдырманыҡ, — ти генераль директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары.

темалар: сәнәғәт, Искож