10 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2010 йыл, 16:51

Өфөлә агросәнәғәт комплексының эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларын тикшереү башланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Профсоюздар федерацияһының Хеҙмәт техник инспекцияһы Өфөлә агросәнәғәт комплексының эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларын тикшереү эшен башланы.  

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, инспекция хеҙмәткәрҙәре предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт һаҡлауҙы тикшерә. Әлеге ваҡытта “Өфө ит-консерва комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бындай тикшереү үткән, уның һөҙөмтәһендә комбинат етәкселеге менән оператив кәңәшмә үткәрелгән һәм иҫкәрмәләрҙе бөтөрөү буйынса берлектәге ҡарарҙар әҙерләнгән.  

Яҡын арала ошондай уҡ тикшереү  «2-се Өфө икмәк комбинаты» дәүләт унитар предприятиеһы һәм «7-се Өфө икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә үтергә тейеш.

темалар: профсоюздар